Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 09:00

Ҡушма Штаттарҙан яҡташтарыбыҙ ҡайта

Коронавирус пандемияһы осоронда Америкала ҡалған яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта. Нью-Йорк–Мәскәү–Өфө маршруты буйынса рейс 23 майҙа була.

Коронавирус пандемияһы осоронда Америкала ҡалған яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта. Нью-Йорк–Мәскәү–Өфө маршруты буйынса рейс 23 майҙа була.
Үткән ике айҙа Америка Ҡушма Штаттарынан Рәсәйгә биш рейс осҡан, 1200-гә яҡын ватандашыбыҙ әйләнеп ҡайтҡан. Был рейстарға, нигеҙҙә, Мәскәү, илдең үҙәк төбәктәре, Санкт-Петербург кешеләре теркәлгән. Бынан тыш, эвакуация самолеттары бәлиғ булмаған балаларҙы, ҡарттарҙы һәм АҠШ-та дауаланған сирлеләрҙе алып ҡайтҡан. Әле иһә Рәсәйҙең Транспорт, Сит ил эштәре министрлыҡтарының һәм Башҡортостан власының уртаҡ тырышлығы менән транзит рейс күҙаллана.
Лайнер 24 майҙа Шереметьево аэропортына ултыра. Артабан Башҡортостанға һәм күрше төбәктәргә юлланған пассажирҙар өсөн махсус рейс әҙерләнә. Әйткәндәй, рейсҡа Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша теркәлергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта был самолетҡа Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Владимир, Иваново, Калуга, Рязань, Смоленск, Тверь, Тула, Ярославль, Брянск, Орел, Липецк, Тамбов, Воронеж, Курск, Псков, Новгород, Волгоград, Кострома, Пенза, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һамар өлкәләре, Мордва, Башҡортостан, Удмурт, Татарстан республикалары, Пермь крайы кешеләре генә алына.
“Росавиация” мәғлүмәттәренә ярашлы, яҡын арала Рәсәйгә Мальтанан, Ларнакиҙан, Ташкенттан, Дүшәмбенән, Тривандрумдан, Калькуттанан, Дубайҙан, Бешкәктән, Куала-Лумпурҙан, Пномпендән, Гоанан, Делиҙан һәм Рим ҡалаһынан рейстар башҡарыласаҡ. Сит илдән ҡатҡан ватандаштарыбыҙҙың барыһы ла ике аҙналыҡ карантинда булырға тейеш.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: proural.info.
Читайте нас: