Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 21:30

Вахтасыларға - концерт

Саха (Яҡут) Республикаһының Чаянда ятҡылығынан алып ҡайтылған вахтасыларҙың бөтәһен дә республика шифаханаларында булдырылған обсерваторҙарға 14 көнлөк карантин үтте.

Саха (Яҡут) Республикаһының Чаянда ятҡылығынан алып ҡайтылған вахтасыларҙың бөтәһен дә республика шифаханаларында булдырылған обсерваторҙарға 14 көнлөк карантин үтте.
Республиканың иң йәмле урындарының береһендә урынлашҡан “Танып” шифаханаһында 200 кеше йәшәй. 10 май көндө бында тәүҙә 140 кешене алып ҡайтҡайнылар, һуңғараҡ тағы 60 кеше килтерелде. Уларҙы шифаханаға урынлаштырыу менән барлыҡ кәрәкле медицина саралары үткәрелде, шулай уҡ коронавирусҡа тестар алынды.
– Бүлмәләрҙә йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылды. Бәҙрәф, душ, телевизор, гигиена саралары – барыһын да күҙ уңында тоттоҡ. Уларға тулы кимәлдә туҡланыу ойошторҙоҡ. Вахтасыларға ваҡыт үткәреү күңелле булһын өсөн китаптар, шахматтар һәм башҡа күңел асыу саралары килтерҙек. Бынан тыш ауыр ваҡытта яҡташтарыбыҙға ярҙам булһын тип концерт та күрһәттек. Беҙҙең биләмә быны хәүефһеҙ итеп үткәрергә мөмкинлек бирә, – тине “Танып” шифаханаһы директоры Кашаф Ямалетдинов.
Вахтасыларға концерт бик оҡшаған. Улар уны үҙ бүлмәләре балкондары аша ҡараған. Оҙаҡламай уларҙың да ике аҙналыҡ карантин ваҡыты бөтә һәм анализдары кире булған осраҡта, ниһайәт өйҙәренә ҡайтып китә аласаҡтар.
Читайте нас: