Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2020, 01:55

85 ФАП-ты сафҡа индереү күҙаллана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы.
“Йәрмәкәй районы халҡы 2018 йыл аҙағында ФАП-тарҙың иҫкереүе, уларҙа эшләү өсөн шарттарҙың булмауына зарланғайны. Тиҙҙән Яңы Шах һәм Богородский ауылдарында өр-яңы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаясаҡ. Быйыл республикала йәмғеһе 85 ФАП-ты сафҡа индереү күҙаллана”, – тип яҙған Башҡортостан Башлығы.
Фото: vk.com
Читайте нас: