Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта “Башинформ” агентлығына ҡаланың аэропортын тергеҙергә күҙаллауҙары тураһында белдерҙе.
1972 йылда төҙөлгән Белорет аэропортында 1999 йылда һуңғы рейс башҡарыла. Ә 2011 йылда иһә аэропорт бинаһы һатыла.
“Осоу-ултырыу полосаһы һаҡланған, ул вертолеттарҙы һәм еңел самолеттарҙы ҡабул итерлек. Планер спортын үҫтереү өсөн бер нисә еңел һәм үтә еңел авиация самолеттары, ошо йүнәлештә эшләрлек летчиктар ҙа бар”, - тигән пландары менән дә уртаҡлашты хакимиәт башлығы Андрей Иванович.
Шулай уҡ, тергеҙеләсәк аэропортта санитар авиацияһы өсөн вертолет майҙансығы ла булдырыласаҡ. Ул Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарынан санавиация вертолеттарын ҡабул итә аласаҡ.
Муниципаль район етәксеһе билдәләүенсә, аэропорт биләмәһе ҡоймаһын, осоу-ултырыу полосаһын ремонтлау, маркировкалау талап ителә. Шулай уҡ команда-диспетчер пунктын, самолеттар өсөн туҡталҡаны, һаҡ хеҙмәтен тергеҙергә кәрәк буласаҡ.
Аэропортты тергеҙеү районда туризм үҫешенә лә этәргес буласаҡ.