Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2020, 18:25

Автоюл буйҙары йығылған ағастарҙан таҙартылды

Әүжән урмансылығына ҡараған Үҙән участкаһының 10 гектарға яҡын майҙанында ҡарҙан йығылған ағастарҙан таҙартыу өмәһе үтте. Таҙартыу эштәре Белорет-Әүжән-Иҫке Собханғол автоюлының Үҙән ауылы янында башҡарылды.

Район-ара биләмә бүлеге начальнигы Александр Абрамовтың әйтеүенсә, өмәлә 38 кеше – Әүжән урман хужалығы, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе хеҙмәтенең Белорет район-ара биләмә бүлеге хеҙмәткәрҙәре, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта етәкселегендәге муниципаль һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре ҡатнашҡан.
- Ауыр, епшек ҡарҙан йығылған ағастар ҡарағай урмандарын һәләкәткә килтереүе ихтимал. Ултыртылғандарының ҙур майҙанда юҡ ителеүе мөмкин. Ылыҫлы йәш үҫентеләр һәр урман хужалығында байтаҡ майҙанды биләй. Уларҙы һаҡлап алып ҡалыу мәсьәләһе лә шулай уҡ көнүҙәк, - тине Александр Абрамов.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.
Читайте нас: