Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2020, 00:50

Үҫеш "Инвестиция сәғәте"ндә ҡараласаҡ

Сибайҙа инвестор таш киҫеү һәм эшкәртеү, граниттан һәм мәрмәрҙән әйберҙәр эшләү буйынса заманса предприятие төҙөй.

Сибайҙа инвестор таш киҫеү һәм эшкәртеү, граниттан һәм мәрмәрҙән әйберҙәр эшләү буйынса заманса предприятие төҙөй.
“Блэк Стоун” йәмғиәтенең генераль директоры Олег Булгаков әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә ике цех, диспетчер бүлмәһе реконструкцияланған, таш эшкәртеү станоктары, крандар ҡуйылған. Предприятиела 60 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Ташты Баймаҡ районындағы ятҡылыҡтан алалар. Унан йөҙләү плитәләре, брусчатка, бордюр яһаясаҡтар.
Радий Хәбиров предприятиены артабан үҫтереү мәсьәләһен “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарарға тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: