Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2020, 22:25

Гоанан туристар ҡайтты

24 майҙа “Өфө” халыҡ-ара аэропорты “Урал авиалиниялары” компанияһының рейсын ҡабул итте, уның менән Башҡортостанға Һиндостандың Гоа провинцияһынан 141 Рәсәй гражданы ҡайтты. Улар араһында 88 яҡташыбыҙ бар.

Бөгөнгө рейс Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторолған. Пассажирҙарҙың барыһы ла юлда йылы аш һәм һалҡын эсемлектәр менән тәьмин ителгән.
Осош барышында самолет Дондағы Ростовта туҡтаған. Рейсты хеҙмәтләндереү өсөн “Өфө” аэропортында халыҡ-ара терминал эшләгән, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү өсөн барлыҡ саралар күрелгән.
Килгәндән һуң 27 пассажир, шул иҫәптән Башҡортостандан ете кеше обсерваторға ебәрелгән. Татарстан, Удмурт Республикаларынан, Һамар, Силәбе, Түбәнге Новгород өлкәләренән булған 14 пассажир өсөн төбәктәргә махсус рейстар ойошторолған. Өс кеше артабан самолет менән Екатеринбургҡа осҡан.
Рейсты хеҙмәтләндергәндән һуң Өфө ҡалаһының Үҙәк санитар хеҙмәте вәкилдәре терминалды дезинфекциялаған.
Фото “Өфө” халыҡ ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: