Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 02:30

Ғаиләләребеҙ менән киләсәкбеҙ!

Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында 10 майҙан алып ҡурсаланыу сараһын күргән яҡташтарыбыҙ, ниһайәт, үҙ йорттарына ҡайтасаҡ.

Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында 10 майҙан алып ҡурсаланыу сараһын күргән яҡташтарыбыҙ, ниһайәт, үҙ йорттарына ҡайтасаҡ.
Вахтасыларҙың барыһын да Асҡын үҙәк район дауаханаһы табиптары тикшергән, COVID-19 вирусына анализдар алған, Бөрө дауаханаһынан килтерелгән күсмә ҡорамалда флюорография үткәргән. Коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһе ыңғай булған өс вахтасы Бөрө ҡалаһындағы ковид-госпиталгә күсерелгән.
Вахтасылар барлыҡ уңайлы шарттары булған номерҙарҙа йәшәгән, интернет, телевидение менән файҙаланған, туҡланыу мәсьәләһе лә яҡшы ойошторолған. Аҙыҡ-түлеккә онлайн ысул менән дә заказ бирә алған, бының өсөн тәүлек әйләнәһенә колл-үҙәк эшләгән.
Медицина хеҙмәткәрҙәре вахтасыларҙың һаулығын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙә тотҡан, ике тапҡыр термометрия үткәргән.
Бөгөн, 14 көн үтеүгә, вахтасылар яҡындары янына, үҙ йорттарына йүнәлгән. Күптәре “Танып” шифаханаһының шул тиклем оҡшауын, киләсәктә бында ғаиләләре менән бергә ял итергә киләсәген белдергән.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: