Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 10:00

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асыла

Бөгөн Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башлана. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған аҙналыҡ 29 майға тиклем дауам итәсәк.

Бөгөн Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы башлана. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған аҙналыҡ 29 майға тиклем дауам итәсәк.
Иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараны асып, бизнес вәкилдәрен Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләйәсәк, сығыш яһаясаҡ.
Сара барышында эшҡыуарлыҡ иртәлектәре, Бөтә Рәсәй конференцияһы, онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, уңыш ҡаҙанған йүнселдәрҙең сығышы көтөлә. Сара спикерҙары - “Wildberries”, “OZON”, “Mail.ru Group”, “Яндекс”, “AliExpress” топ менеджерҙары, йәмәғәтселек һәм үҫеш институттары вәкилдәре, иҡтисадсылар.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сайтына программа ҡуйылған. Унда форумда ҡатнашырға теләгәндәр теркәлә ала.
Ойоштороусылар фекеренсә, 2020 йылдың тотош донъя иҡтисадына саҡырыу ташлауы сәбәпле, тармаҡҡа ҡалыптарға ярашлы булмаған ҡарарҙар, төрлө йүнәлештәр талап ителә. Яңы шарттар үҙ продукцияң һәм хеҙмәттәреңде онлайн-иструменттар аша үҫтереү кәрәклеген дәлилләй. Был аҙналыҡ йүнселдәргә эшҡыуарлыҡты һанлаштырырға һәм көрсөктә лә яңы офоҡтарҙы күрергә ярҙам итер тип көтөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас: