Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасылар ике аҙна дауамында “Асы” шифаханаһы биләмәһендә ойошторолған обсерваторҙа каратинда булды. Ошо көндәрҙә уларҙың каратин ваҡыты үтте һәм вахтасылар тыуған яҡтарына таралды.
Билдәле булыуынса, был ятҡылыҡта коронавирус инфекцияһы усағы барлыҡҡа килеп, эшселәр өсөн ҙур хәүеф тыуғайны. Башҡортостан етәкселеге тәүгеләрҙән булып яҡташтарыбыҙҙы тыуған яҡҡа алып ҡайтыуҙы ойошторҙо. Тик вахтасылар тәүҙә 14 көнлөк карантин үтергә тейеш ине. Уларҙы республика шифаханалары ҡабул итте.
Килгән һәр вахтасы ныҡлап тикшерелде, COVID-19 инфекцияһына тест алынды, флюорография үткәрелде. Эшселәрҙе уңайлы бүлмәләргә урынлаштырҙылар: унда душ, санузел, телевизор, шәхси гигиена саралары булды, йәшәгән урындарында уҡ ашатыу ойошторолдо.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көн һайын уларҙың һаулығын тикшереп торҙо, тән температураларын үлсәне. Ә бына 14 көнлөк карантин үткәс, барлыҡ 139 вахтасы өйҙәренә ҡайтарылды.
"Уларҙың байтағы беҙҙең яҡта тәүге тапҡыр. Күптәр беҙгә аҙаҡ ғаиләләре менән ял итергә килергә теләк белдерҙе, – тине “Асы” шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов. –“Башавтотранс” автобустары килеп, вахтасаларҙы Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларына алып китте".