-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 12:25

Башҡортостан башлығы VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүҙең яңы датаһын тәҡдим итте

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы етәкселегенә VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүҙең яңы датаһын тәҡдим итте – 2021 йылдың 3-10 июле.

Фестивалдә ҡатнашыусылар 2 июлдә Өфөгә килер һәм ябыу тантанаһынан һуң 11 июлдә ҡайтып китер тип планлаштырыла, тип белдерҙеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йыл һайын уҙғарыла. Тиҫтәләгән илдән килгән фольклор коллективтары бейеүҙәр, музыка, һөнәрҙәр һәм халыҡ уйындары ярҙамында үҙҙәренең традициялары менән уртаҡлаша.
Башҡортостан Республикаһында CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл июлдең икенсе яртыһында уҙырға тейеш ине, ләкин апрель башында, башҡа ҙур халыҡ-ара саралар кеүек үк, коронавирус пандемияһына бәйле 2021 йылға күсерелде.
Башинформ.