-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 15:30

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына мобиль телефон тараталар

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына бушлай мобиль телефон таратыла. Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының һәм «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең берлектәге проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Әлеге ваҡытта республикала меңгә яҡын ветеран-фронтовик йәшәй. Уларҙың һәр береһенә шәхси ҡулланыу өсөн гаджет һәм лимитһыҙ льготалы тариф бирелә.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләүенсә, алдан мобиль ҡоролмаларҙың хәтеренә социаль хеҙмәттәр, ирекмәндәр, медицина учреждениеларының номерҙары индерелә. Был пандемия шарттарында бик мөһим. Бынан тыш, бөтә аппараттарҙың да «SOS» төймәһе һәм ҙур баҫмаҡтары бар.
Ветерандарға сим-карталар ҡуйылған телефондарҙы быйыл 22-24 июндә тапшырырға йыйыналар. Республика район-ҡалаларында уларҙы таратыу менән социаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар һәм ирекмәндәрҙән торған мобиль бригадалар шөғөлләнә.
Башинформ.