Башҡортостанда электрон мәктәп көндәлеге, уҡыусының транспорт картаһы һәм мәктәп туҡланыуын берҙәм электрон белем биреү майҙансығында берләштерәләр.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика Хөкүмәте президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон белем биреү мөхите» дәүләт мәғлүмәт системаһының проекты менән таныштырҙы.
Уның һүҙҙәренсә, электрон ресурс миллиондан ашыу ҡулланыусыны – уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы – берләштергән дә инде һәм мәғариф органдарына халыҡтың һорауҙарына һөҙөмтәле һәм оператив яуап бирергә мөмкинлек бирә.
Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, электрон системаға юғары категория буйынса аттестация үткәрелгән, шәхси мәғлүмәттәрҙең юғалыу хәүефе булмаҫҡа тейеш.