Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 02:15

Ҡулайлама вирустан һаҡлай

Ғалимдар билдәләүенсә, пластик һәм тутыҡмай торған ҡоростан яһалған әйберҙәрҙә COVID-19 биш тәүлеккә тиклем һаҡлана икән.

Ғалимдар билдәләүенсә, пластик һәм тутыҡмай торған ҡоростан яһалған әйберҙәрҙә COVID-19 биш тәүлеккә тиклем һаҡлана икән.
Көнкүрештә иһә сирҙең ишек тотҡаһынан йоғоуы ла ихтимал. Был осраҡта белгестәр салфетка ҡулланырға тәҡдим итә. Ә “УралЭнергоРесурс” компанияһы икенсе юлэҙләп тапҡан. Ҡорамалдар етештергән эшҡыуарҙар коронавирусҡа ҡаршы махсус металл ҡулайламалар уйлап тапҡан. Улар ярҙамында тотҡаға ҡағылмай ишекте асырға була. Механизмды ишеккә ҡуйыу ауыр түгел. Медицина учреждениеларында вирусҡа ҡаршы тотҡаларҙы һынай башлағандар.
Пандемия иғлан ителгәндән алып предприятиела биш мең контактһыҙ ишек тотҡаһы етештерелгән, шуларҙың 500-ө Башҡортостандың медицина ойошмаларына тапшырылған. Табиптар ҡулайламаны хуплай, тотҡаларҙы пандемия үткәс тә һүтмәҫкә ниәтләй.
– Яңы эшмәкәрлек төрө бизнесҡа бәйле түгел – үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе коронавирус йоҡтороуҙан һаҡларға теләгәйнек, – ти “УралЭнергоРесурс”тың коммерция директоры Александр Норин. – Был беҙҙең ҡаҙаныш түгел, бындай ҡулайламалар Белоруссияла, Европала бар. Уны үҙебеҙҙә эшләп, һынап ҡараныҡ. Хәҙер санитария хәүефһеҙлеге йәһәтенән өҫтәмә сара булараҡ ойошмаларға бүләк итәбеҙ.
– Республиканың Иҡтисад һәм энергетика министрлығы сиргә ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашҡан сәнәғәт предприятиеларына рәхмәт белдерә, – тине министр урынбаҫары Евгений Пономаренко. – “УралЭнергоРесурс” компанияһы – социаль яуаплылыҡ һәм тыуған еренә ярҙам йәһәтенән өлгө күрһәтә.
Әлбиттә, әлегә пациенттарҙың барыһы ла ишектәге ҡулайламаның нимә икәнлегенә төшөнөп етмәй, уны ғәҙәттәгесә аса. Әммә етештереүселәр мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирә: ҡулланма әҙерләнә.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: