Бөгөн “Өфө” аэропорты Талакандан SYL-9218 рейсын ҡабул итте. “Якутия” авиакомпанияһы самолеты Чаянда ятҡылығында эшләүсе 139 вахтасыны алып ҡайтты.
Пассажирҙар Яҡутстанда уҡ медицина тикшереүе үткән, коронавирус йоҡтормауҙары хаҡында справкалары бар. Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре уларҙың бөтәһенең дә температураһын үлсәне.
–Яҡутстанда проблеманы хәл итеүгә өлгәштеләр, шуға күрә беҙ артабан унан ҡайтыусыларҙың барыһын да обсерваторға ебәреп тормайбыҙ, – тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов. – Шулай ҙа вахтасыларҙың, килеп төшкәс, температураларын тикшерәсәктәр. Температура юғары, йоғошло ауырыуҙың башҡа билдәләре бар икән, әлбиттә, карантин саралары күрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Газпромдың Яҡутстандағы Чаянда ятҡылығында коронавирус усағы теркәлгәйне. Унан ҡайтҡан 1591 яҡташыбыҙ Башҡортостандағы обсерваторҙарға урынлаштырылды. Вахтасылар обсерваторҙарҙа ике аҙналыҡ карантин үтте.