Быйыл "Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү" программаһында ҡатнашыу өсөн конкурсҡа Башҡортостандан 1061 ғариза бирелеп, шуларҙың 563 проекты еңеүгә өлгәшкән.
Республика, муниципаль ҡаҙнанан субсидия һәм халыҡ индергән өлөштөң дөйөм хаҡы 589,5 млн. һум тәшкил итә.
Уларҙың 385-е ауылда ғәмәлгә ашырыласаҡ, был маҡсатта 382,6 млн. һум тотоноу ҡаралған. Ҡала округтары араһында 178 проект уңышҡа өлгәшкән, уларҙың тәҡдимдәрен бойомға ашырыу өсөн 206,8 млн. һум бүленәсәк.
Еңгән проекттарҙың төп өлөшө, йәғни, 137-һе мәғариф учреждениелары менән бәйле. Икенсе урында автомобиль юлдарына ҡағылышлы тәҡдимдәр тора (117 проект). Өсөнсөлә – ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү (93 проект).
Әлбиттә, һәр проект халыҡтың әүҙемлеге, муниципалитеттарҙың тырышлығына тора. Хәҙер инде уларҙы тормошҡа ашырырға ҡалды.