Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 09:00

Акцияһының икенсе тулҡыны башланды

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек” акцияһының икенсе тулҡыны башланды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған “Башҡортостан аҙыҡ-түлектәре. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек” акцияһының икенсе тулҡыны башланды.
Аҙыҡ-түлек тупланмаларын төбәктәге мохтаж булғандар адреслата аласаҡ. “Аҙыҡ-түлек йыйылмаларының беренсе партияһы ирекмәндәр тярҙамында ярайһы уҡ тиҙ таратылды. Шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә ярҙам һорап шылтыратыуҙар дауам итә. Шуға был акцияны дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тип хәбәр итте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был юлы 10 мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыласаҡ. Унда – урындағы етештереүселәрҙән ярмалар, консервалар, тәм-том һәм башҡа һыуытҡыста һаҡлауҙы талап итмәгән тауарҙар. “Был юлы ярҙам аҙ килемлеләр исемлеге буйынса түгел, ә республикала йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса адреслата күрһәтеләсәк. Беҙгә, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә, оло йәштәгеләр ҙә, шулай уҡ пандемия арҡаһында ауыр тормош хәленә тарығандар ҙа мөрәжәғәт итә”, – тине “Берҙәм Рәсәй” ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Оскар Лютов.
Ярҙам күрһәтеү өсөн ғаризалар төбәк колл-үҙәгенең 8-800-201-89-03, шулай уҡ республика райондарындағы һәм ҡалаларындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәр штабтарының “ҡыҙыу бәйләнеш”е телефондары буйынса ҡабул ителә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: