Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 17:25

Бөртөкләп алтын йыйылды

Йыл башында “Урал” гәзите, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы һәм мәғариф бүлеге V-X класс уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеүҙең 75, Яныбай Хамматовтың 95 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Башҡорт теле йылы сиктәрендә “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” тип аталған әҙәби конкурс иғлан иткәйне.

Йыл башында “Урал” гәзите, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы һәм мәғариф бүлеге V-X класс уҡыусылары араһында Бөйөк Еңеүҙең 75, Яныбай Хамматовтың 95 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Башҡорт теле йылы сиктәрендә “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” тип аталған әҙәби конкурс иғлан иткәйне.
Ул башҡорт әҙәбиәте донъяһына башлап юл ярыусы талантлы балаларҙы табыу, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, артабан да дәртләнеп ижад итеүҙәренә булышлыҡ итеү маҡсатынан ойошторолдо. Ҡәләм тирбәтергә әүәҫ уҡыусыларҙың эштәре электрон вариантта ҡабул ителде. Конкурсты йомғаҡлау, бүләкләү саралары Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, Еңеү байрамына арналған сарала үтергә тейеш ине. Пандемияға бәйле тантаналы саралар кисектерелеүгә ҡарамаҫтан, жюри һәм ойоштороу комитеты ағзалары уҡыу йылы тамамланыу алдынан эштәргә йомғаҡ яһарға ҡарар итте.
Конкурсҡа район-ҡала мәктәптәренән 18 уҡыусының 29 яҙма эше (шиғыр, хикәйә, очерк, әкиәт,нәҫер) ҡабул ителде. Эштәргә баһаны “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Фәриха Вәлиуллина менән Зөһрә Үтәғолова ҡуйҙы.
Шулай итеп, III урын Шығай мәктәбенән Айсилә Нурмөхәмәтова, Рәмис Лоҡманов һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Азалия Килдебаеваға бирелде. II урынға Лилиә Бикбулатова (Шығай) менән Руфина Мөхәмәтдинова (Үткәл) лайыҡ булды. Ә инде I урынды телмәр байлығы, яҙыу һәләте менән башҡаларҙан күпкә айырып торған Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбенең X класс уҡыусыһы Ләйсән Оморҙаҡова яуланы. Ләйсәнгә конкурстың төп бүләге - Ғәли Хәмзиндың ижадына, тормош юлына арналған шәп китап тапшырыла һәм ул "Иҙел башы" төбәк яҙыусылар ойошмаһына ҡабул ителәсәк. "Урал" гәзитенең махсус призы менән Шығай мәктәбе уҡыусыһы Гөлминаз Хафизова бүләкләнә.
Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларҙы, уҡытыусыларын Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм конкурстың логотибы төшөрөлгән блокноттар көтә. Конкурсанттарға Грамоталар, блокноттар эшләтеү өсөн Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары: Мансур Һиҙиәтов, Зөлфирә Сөләймәнова, Зөһрә Үтәғолова, Фәриха Вәлиуллина, Мөнирә Сәлимйәнова, Рәсимә Сәлихова, Марсель Хамматов, Ринат Шәйбәков, Хәлиҙә Бакирова, Альбина Хәйретдинова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Асия Йосопова, Жөмәҙиә Хәйруллина, Әлиә Саматова, Сәйфулла Ғайсин, Рәсимә Сәйетғәлина аҡсалата ярҙам итте.
Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән уҡыусыларға, уларҙың уҡытыусыларына, “Иҙел башы” ойошмаһы ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: