Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 13:15

Элекке нефтсе тоҡомло кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә

Ағиҙелдән ирекмән-фермер Илнур Бүләшев бер нисә айҙа крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторған. Хәҙер ул тоҡомло кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә.

Ағиҙелдән ирекмән-фермер Илнур Бүләшев бер нисә айҙа крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторған. Хәҙер ул тоҡомло кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә.
Бының өсөн фермер Яңы Ҡабан эргәһенән ферманың бер өлөшөн ҡуртымға алған. Башта ул һөт бирә торған тоҡом кәзәләрен аҫраһа, һуңғараҡ ғәҙәти булмаған Вьетнам сусҡалары, ҡош-ҡорт өҫтәлә.
Был мал-тыуар, ҡош-ҡортто ашатыу өсөн тағы ер участкаһын ҡуртымға алған. Әле фермер сәсеү эштәре менән мәшғүл. Ерҙең бер өлөшөндә – арпа, икенсеһендә һоло үҫәсәк.
Илнур Бүләшевтең хыялы – “Агростартап” проекты буйынса грант алыу һәм һыйыр малы үрсетеү, һөттән тыш, йогурт, сыр, эремсек етештереү.
Кәзә һөтө бик шифалы. Йүнсел уны ярҙамға мохтаж яҡташтарына ихлас тарата. Ағиҙелдә ирекмәндәр клубы эшләй башлағас, Илнур Мәргән улы файҙалы эсемлекте шунда бирә башлаған. Бер аҙҙан оло йәштәгеләргә һәм балалы ғаиләләргә кәзә ҡымыҙын таратырға тотонған.
Шуныһы үҙенсәлекле: Илнур Бүләшев оҙаҡ йылдар ситтә нефтсе булып эшләгән. Тыуған яғына ҡайтҡанына йыл да түгел әле. Яҡташыбыҙ йәшәү урынын ғына түгел, һөнәрен дә алмаштырырға ҡарар иткән, нефтсенән фермерға әйләнгән.
#ВремяГероев
Читайте нас: