Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 10:45

"Республика ғына түгел, округ өсөн дә мөһим"

Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы раҫланы. Белгестәр был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе.

Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыуҙы раҫланы. Белгестәр был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе.
Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Гутенев фекеренсә, махсус иҡтисади зоналар схемаһы үҙен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән.
"Был Башҡортостан ғына түгел, бар Волга буйы федераль округы өсөн мөһим ваҡиға. Махсус иҡтисади зона механизмы үҙен башҡа төбәктәрҙә яҡшы яҡтан күрһәтте. Башҡортостанда “Киләсәк инженерҙары” форумын үткәргәндән һуң күңелдә бик йылы хистәр ҡалғайны. Беҙ Өфө моторҙар эшләү берекмәһе майҙансығын һайланыҡ, унда 40 илдән 100-ҙән ашыу предприятие вәкиле килгәйне. Башҡортостанда яҡшы юғары уҡыу йорттары бар. ӨДНТУ - беҙҙең даими партнер, ул юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй. Был зонала күҙалланған преференциялар бик һәйбәт инвестиция мөмкинлектәре булдыра", – тине ул.
Фото: er-duma.ru
Читайте нас: