Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 13:30

“Йыл һалым түләүсеһе” конкурсында ҡатнашығыҙ!

Шәхси эшҡыуарҙарҙы Башҡортостан Республикаһында йыл һайын ойошторолған “Йыл һалым түләүсеһе” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.

Шәхси эшҡыуарҙарҙы Башҡортостан Республикаһында йыл һайын ойошторолған “Йыл һалым түләүсеһе” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.
“Йыл һалым түләүсеһе” - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указы менән раҫланған арбуйлы республика конкурсы. Маҡсаты – юғары һалым дисциплинаһы кимәле, бизнесты асыҡ рәүештә алып барыу менән айырылып торған уңышлы ойошмаларҙы билдәләү һәм уларҙы киләһе үрҙәргә дәртләндереү.
Быйыл республика конкурсы 2019 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса баһаланасаҡ. Конкурс эшлекле һәм ижтимағи өлкәләрҙе, ҡеүәтле ойошмаларҙы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡдәренең иғтибарын йәлеп итә.
2020 йылдан конкурста шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡатнаша ала.
Конкурс биш номинацияла уҙғарыла:
– файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу;
- эшкәртеү производствоһы;
- энергия уты, газ һәм пар менән тәьмин итеү;
- сауҙа;
- башҡа эшмәкәрлек буйынса.
Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр 1-нән 31 июлгә тиклем Башҡортостан Республикаһының “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһына кәрәкле документтар менән бергә конкурста ҡатнашыуға заявка тапшырырға тейеш. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 4-се ҡат, 400а кабинеты. Документтарҙы шулай уҡ электрон рәүештә лә ебәрергә мөмкин, электрон почта адресы: [email protected]. Конкурста ҡатнашыу ирекле.
“Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсын үткәреү тәртибе һәм документтар тапшырыу буйынса һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһының “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһы хеҙмәткәренең контакт телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 218-15-55. 2020 йылдың 1 октябрендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурстың еңеүселәре тураһында мәғлүмәт киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән Интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының, Башҡортостан Республикаһы “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһының рәсми сайттарында урынлаштырыласаҡ.
“Йыл һалым түләүсеһе” конкурсы, ҡатнашыу өсөн мотлаҡ һаналған документтар теҙмәһе, конкурсанттарҙы баһалау алгоритмы һәм критерийҙары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсын уҙғарыу тураһында Ҡағиҙәлә бар. Ҡағиҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 мартындағы 147-се һанлы ҡарары менән раҫланған. Конкурс положениеһы менән Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров бүләкләйәсәк. Тантаналы церемонияла тағы Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары вәкилдәре, ойошма етәкселәре – конкурстың еңеүселәре, эшлекле һәм ғилми йәмғиәт, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Фото:news.myseldon.com
Читайте нас: