Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2020, 15:15

Һаулыҡ һаҡлау министры - Өфөлә

Бөгөн, 30 майҙа, эш сәфәре менән Башҡортостанға Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко килде. “Өфө” аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Бөгөн, 30 майҙа, эш сәфәре менән Башҡортостанға Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко килде. “Өфө” аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Беҙҙең төбәктә министр медицина учреждениелары төҙөүҙең алдынғы тәжрибәһе һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәште уңышлы ойоштороу һөҙөмтәләре менән танышасаҡ.
"Бөгөн беҙ яңы инфекция үҙәге асырға планлаштырабыҙ. Унда үпкә туҡымалары зарарланған пациенттарға ярҙам күрһәтеүҙең яңы алымдары ҡулланыласаҡ, заман талаптарына ярашлы медицина ярҙамының яңы дәүере башланасаҡ", - Михаил Мурашко, баш ҡалаға килгәс.
Һаулыҡ һаҡлау министры менән бергә Өфөгә Мотлаҡ медицина страховкалауы федераль фонды рәйесе Елена Чернякова ла килде.
Фото: Динар Кәлимуллин.
Читайте нас в