Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2020, 16:40

Инфекция үҙәге асылды

Бөгөн Өфө районында тантаналы рәүештә яңы инфекция үҙәге асылды. Ул “Зубов” индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан һәм коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән.

Бөгөн Өфө районында тантаналы рәүештә яңы инфекция үҙәге асылды. Ул “Зубов” индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан һәм коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән.
Асыу тантанаһында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Яңы госпиталь бер ҡатлы, ҡурай сәскәһен хәтерләткән комплекстан ғибарәт, улар модуль конструкцияларҙан йыйылған. Дөйөм майҙаны – 16 мең кв.м. Үҙ эсенә 100 бокс формаһындағы, шул иҫәптән тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 82 боксты һәм 18 реанимация палаталарын ала.
Комплекста диагностика, дезинфекция бүлектәре, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерилизация бүлеге, медицина персоналы өсөн ятаҡ бар. Тулы ҡеүәтенә эшләгән осраҡта, госпиталь 470 кеше ҡабул итә аласаҡ.
Объект ике ай ваҡыт арауығында төҙөлә. Башланғыс авторы һәм кураторы – республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.
Төҙөүселәр һәм проект эшләүселәр һәр ғәмәлде заман технологияларына, атап әйткәндә, Ҡытайҙың Ухань ҡалаһындағы һәм Мәскәүҙәге тәжрибәләргә таянып башҡарған.
Төҙөлөш материалдарының да күбеһе Башҡортостан етештереүселәре тарафынан эшләнгән. Объекттағы барлыҡ коммуникациялар табиптар һәм пациенттар менән бәйләнешкә инмәй хеҙмәтләндереү өсөн ҡыйыҡ өҫтөнән үткәрелгә. Ә комплекстың ҡурай формаһында булыуы фасад өлөшөндәге “таҙа” коридорҙар оҙонлоғон ҡыҫҡартыу мөмкинлеген биргән. Был табиптарға һәм пациенттарға кәрәкле бинаға инеү ваҡытын ҡыҫҡарта.
Комплекста иң һуңғы заман талаптарына ярашлы ҡорамалдар ҡуйылған, улар иң юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Госпиталь тәүге пациенттарын 1 июндән ҡабул итә башлаясаҡ.
Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров комплексты ҡарап сыҡты, төҙөүселәр башҡарған эштәрҙең масштабын, сифатын баһаланы. Тантана аҙағында улар медицина хеҙмәткәрҙәренә, инфекция үҙәген төҙөгәндәргә һәм был бурысты атҡарғанда әүҙемлек күрһәткәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: