Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2020, 17:45

"Коронавирусҡа төп иғтибарҙы йүнәлтеп, башҡа сирҙәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим"

Бөгөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика клиник онкология диспансерында булды.

Бөгөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика клиник онкология диспансерында булды.
Улар онкоүҙәктең бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты, юғары технологиялы ҡорамалдарҙы ҡараны.
Республиканың баш радиологы, профессор Фәһим Мофазаловтың һүҙҙәренсә, онкология хеҙмәте аша көн һайын 5000-ләп пациент үтә.
Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров диспансерҙың яңы корпусы төҙөлөшө барышын ҡараны. Уны быйыл сафҡа индереү планлаштырыла. Туғыҙ ҡатлы яңы бинала 240 койкалыҡ стационар, бер сменала 450 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә булған поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һ.б. бүлексәләре урынлашасаҡ.
Онкодиспансерҙы ҡарағандан һуң Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров “COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлектәре” тип аталған ғәмәли конференцияла ҡатнашты. Сара видеоконференция режимында, ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Икенсе Волга буйы онкологик конгресына ярашлы уҙғарылды.
Михаил Мурашко “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса сараларҙы финанслауҙың коронавирусҡа ҡаршы көрәш шарттарында элеккесә ҡаласағы хаҡында белдерҙе.
“Тармаҡҡа бер һум да ҡыҫҡартылмаясаҡ, шул иҫәптән онкологик сирҙәрҙе дауалау өсөн. Быйыл рак ауырыуҙарын дауалауға дарыуҙар алыу 2,5 тапҡыр арттырыласаҡ. Беҙ илдәге һәр кешегә юғары сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген тыуҙырырға бурыслыбыҙ”, - тине министр.
Башҡортостан Башлығы республикала яман шеште тәүге стадияһында билдәләүгә йүнәлтелгән программа ҡабул ителгәне хаҡында әйтте.
“Пациентта ошо сирҙе иртә асыҡлаған табип биш мең һум өҫтәмә түләү ала, – тине Радий Фәрит улы. – Иҫәпләүебеҙ буйынса, был алым ауыр сирҙәрҙе дауалауға ҡарағанда күпкә арзан килеп сыға. Һәм иң мөһиме – үҙ граждандарыбыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлайбыҙ”.
Радий Хәбиров шулай уҡ беҙҙә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, шулай уҡ хоспис төҙөү планлаштырылғаны хаҡында белдерҙе.
“Коронавирусҡа төп иғтибарҙы бүлеп, башҡа ауырыуҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ”, – тине республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: