Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2020, 02:30

Тағы дүрт баҙар эшмәкәрлеген туҡтатып торған

Көн һайын республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре сауҙа объекттарын күҙәтеү маҡсатында Башҡортостан райондарына сыға.

Көн һайын республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре сауҙа объекттарын күҙәтеү маҡсатында Башҡортостан райондарына сыға.
Улар хакимиәт вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, 2020 йылдың 18 мартында Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған 111-се Указға ярашлы, “Юғары әҙерлек” режимы талаптарының үтәлешен күҙәтә.
– Сауҙа, йәмәғәтселек туҡланыуы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекттарын күҙәтеү саралары барышында граждандарҙы яҡлау буйынса иҫкәртеү һәм дезинфекция сараларын үткәреү тураһындағы талаптарҙың, кәңәштәрҙең күҙәтелмәү осраҡтары асыҡлана, – тип белдергән республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
27 майҙа Салауат ҡалаһында “Агромаркет” баҙары эшмәкәрлеген туҡтатып торған. Сираттағы күҙәтеү барышында баҙарға күрһәтмәләрҙе бөтөргәнгә тиклем үҙ эшен башламаҫҡа ҡушылған. 28 майҙа боҙолған талаптар бөтөрөлгәс, баҙар ҡайтанан эш башлаған. Әммә әле лә ул – күҙәтеү аҫтында.
Ошондай уҡ хәл Стәрлетамаҡ, Янауыл ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында күҙәтелгән. Бындағы баҙарҙарға ла эшмәкәрлеген туҡтатып тороу кәңәш ителгән. Бөгөнгә, 29 майға, ҡарата иҫкәрмәләр бөтөрөлгән һәм баҙарҙар эшен дауам итә.
Һуңғы айҙа Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.6.1-се статьяһы буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған барлығы 15084 ойошма тикшерелгән. Ҡайһы бер хужалыҡ итеү ойошмаларындағы талаптарҙы һиҙелерлек булмаған кимәлдә боҙоуҙар урында уҡ бөтөрөлгән. Тағы иҫкәртеү маҡсатында тәҡдим-талаптарҙы үтәмәүселәр менән киләсәктә ошо асыҡланған етешһеҙлектәрҙең йәнә теркәлмәүе өсөн аңлатыу эштәре үткәрелгән.
Талаптарҙың иң күп боҙоу осраҡтары – ул һатыусыларҙың һәм һатып алыусыларҙың бирсәткәһе, медицина битлеге булмауы, кәрәкле дистанцияны һаҡламауы һәм эшмәкәрлеге туҡтатылып торған ойошмаларҙың эшләүе.
Ә штраф күләмдәре ярайһы уҡ ҙур:
граждандар өсөн: 1-ҙән 30 мең һумға тиклем;
вазифалы кешеләргә – 10-дан 50 мең һумға тиклем;
шәхси эшҡыуарҙарға – 30-ҙан 50 мең һумға тиклем;
ойошма-предприятиеларға – 100-ҙән 300 мең һумға тиклем. Әгәр тағы талаптар боҙола икән, уларға ябылыу янай.
Фото: allufa.ru.
Читайте нас: