Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2020, 01:30

Федераль ярҙам бүлеү ҡарала

30 майҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Республика кардиология үҙәгендә лә булды.

30 майҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Республика кардиология үҙәгендә лә булды.
Ул медицина учреждениеһы бүлексәһенең эшмәкәрлеге менән танышты. Баш табип Ирина Николаева һүҙҙәренсә, үҙәккә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент килә. Бында 20 мең самаһы операция үткәрелә, уларҙың биш меңе – юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү программалары буйынса.
Былтыр кардиоүҙәккә реконструкция башланды. Ул майҙаны 32 мең кв. м. яңы хирургия корпусы төҙөүҙе, шулай уҡ әлеге биналарҙы яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Эште 2023 йылда тамамлау планлаштырыла. Проекттың хаҡы алты млрд. һумдан ашыу. Төҙөлөш республика бюджеты иҫәбенә алып барыла.
Радий Хәбиров менән Михаил Мурашко проектты финанслау йәһәтенән федераль ярҙам бүлеү мөмкинлеге хаҡында фекер алышты. Республиканан тейешле заявка әле Рәсәй Хөкүмәтендә ҡарала.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас в