1 июнь кѳнѳ Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә, «Балалар хаҡына бергәләп» хәйриә телемарафонын ойоштора.
Был кѳндѳ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларына ҙур концерт тәҡдим итә. Унда Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Айгѳл Әхмәтшина, Иван Васильев, Артур Нәзиуллин, Рушана Вәлиева, Наҙгѳл Отузова, Анна Аглатова, Хибла Герзмава, Владимир Спиваков, Роман Мѳслимов, Дмитрий Крюков, “Премьер” тѳркѳмѳ сығыш яһаясаҡ.
Хәйриә акцияһында йыйылған аҡса Марк Терентьев, Миша Манулин, Валя Рувенна исемле балаларҙы дауалауға тотоноласаҡ.