Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 20:00

Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 77-гә артҡан

1 июнгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3337 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 77-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

1 июнгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3337 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 77-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, төбәктә сирлеләрҙең күпселеге – 50 йәшкә тиклемгеләр.
COVID-19 йоҡторғандарҙың өстән бер өлөшө 50-60 йәшлектәргә тура килә. Ауырыуҙарҙың 22 проценты — 60 йәштән өлкәндәр.
Иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата, Башҡортостан стационарҙарында 958 сирле иҫәпләнә, ә 1223 кеше амбулатор шарттарҙа өйҙә дауалана. 600-ләгән кеше – обсервацияла. Тәүлек эсендә 16 кеше һауығып сыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 9 035 осрағы раҫланған, 162 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 3 994 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 414 878 сирле иҫәпләнә, уларҙың 175 877-һе һауыҡҡан. 4 855 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 10,9 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 280 мең самаһы тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 305 меңгә яҡын кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Читайте нас: