Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 13:55

Урман яна

Белорет районында 12 гектар майҙанда урман яна.

Белорет районында 12 гектар майҙанда урман яна.
«Янғын – түбәндә, яҡындағы Ломовка ауылы 7 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәүеф юҡ, тәбиғи тотҡарлыҡ – Ағиҙел йылғаһы бар», — тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып бөтәһе 114,6 гектар майҙанда (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда – 1691,36 гектар, 1576,76 гектарға аҙыраҡ) 16 тәбиғәт янғыны сығанағы барлыҡҡа килгән (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда – 110 сығанаҡ, 94-кә аҙыраҡ).
Башинформ.
Читайте нас: