“Йыл эксперты” премияһында ҡатнашыу ѳсѳн ғаризалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителәсәк. Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, “Йыл эксперты” Бѳтѳн Рәсәй премияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тарафынан тәҡдим ителеп, Владимир Путиндың май указы менән раҫланғайны. Быйыл халыҡ-ара кооперациялар һәм экспорт ѳлкәһендәге премияла ҡатнашыу ѳсѳн ғаризаны июнь уртаһынаса бирергә мѳмкин. Конкурста шәхси эшҡыуарҙар, бизнес ѳлкәһе вәкилдәре үҙ кѳсѳн һынай ала. 2019 йыл ѳсѳн һѳҙѳмтәләр 6 номинацияла билдәләнәсәк: - Сәнәғәт ѳлкәһенең йыл экспортеры;- Агросәнәғәт комплексы ѳлкәһенең йыл экспортеры;- Юғары технологиялар ѳлкәһенең йыл экспортеры;- Хеҙмәтләндереү ѳлкәһенең йыл экспортеры;- Йыл трейдеры;- Йыл үҫеше (бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ѳсѳн) һәм Яңы география (ҙур эшҡыуарлыҡ ѳсѳн).