Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районында. Төбәк етәксеһе унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән танышты, шулай уҡ күсмә “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрҙе.
“Нефтемашавтоматика” компанияһы нефть һәм газ ҡорамалдарын проектлау, етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. 2010 йылдан предприятие үҫешә, етештереү ҡеүәтен арттыра, яңы эш урындары булдыра. Әле предприятиела 96 кеше эшләй. Эшселәр өсөн шарттар тыуҙырылған, хатта тренажер залы ла бар.
Компанияның генераль директоры Станислав Ғәйнетдинов әйтеүенсә, “Нефтемашавтоматика” нефть һәм газ компаниялары тендерҙарында әүҙем ҡатнаша, ә предприятие продукцияһына Рәсәй буйынса ихтыяж ҙур.
Радий Хәбиров етештереү майҙансығында булды, предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты. Станислав Ғәйнетдинов коронавирус пандемияһы шарттарында әйләнештә аҡса етмәүен дә әйтеп китте. Республика Башлығы компанияға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен “Сәнәғәт сәғәте”ндә тикшерергә тәҡдим итте.
– Бында тулы етештереү циклы яйға һалынған. Бындай предприятиеларҙы күреү үҙе бер кинәнес. Үҙебеҙҙең яҡтан уларҙың үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, әлбиттә, – тине ул.
“Туймазытехуглерод” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙәге резина етештереү өсөн техник углерод сығарған предприятиеларҙың береһе. Бынан тыш, ул синтетик каучук нигеҙендә резина етештергәндә ҡулланыла торған П-803 маркалы техник углерод та сығара.
Компанияның Директорҙар советы рәйесе Әхәт Ғәзизов белдереүенсә, әле предприятие технологик ағымдарҙың береһен яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырыу, сифатты яҡшыртыу, энергияны һаҡлау, экологияға йоғонтоно кәметеү мөмкинлеге артасаҡ.
– Әле беҙ башҡарған эштәрҙең барыһы ла предприятиеларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. Мөмкинлек бар. Ниндәйҙер предприятиеның ябылыу хәленә төшөүен шәхси трагедия тип ҡабул итәм, - тине Радий Фәрит улы.
Әхәт Ғәзизов “Туймазытехуглерод”тың ҡалаға һәм республикаға ярҙам итергә тырышыуы, күптән түгел генә урындағы йоғошло ауырыуҙар госпитале өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүлеүе тураһында һөйләне.