Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 23:15

2024 йылға күрһәткестәр һөҙөмтәһе 100 процент тәшкил итәсәк

Дүрт йылда 2500 сүплек юҡ ителәсәк, тағы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 25 меңдән ашыу контейнер ҡуйыласаҡ. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Башҡортостан Хөкүмәтене кәңәшмәһендә белдерҙе.

Кәңәшмәлә һүҙ “Башҡортостан Республикаһының экологияһы һәм тәбиғи ресурстары” дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр хаҡында барҙы. “Етештереү һәм файҙаланыу ҡалдыҡтарына идара итеү системаһын заманлаштырыу” программаһына тағы өс маҡсатлы күрһәткес – контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итеү һәм юҡ ителгән сүплектәр тигән өлөштәр өҫтәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был проект республикала ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
- 2024 йылға күрһәткестәр һөҙөмтәһе 100 процент тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө ҡалаларында – берешәр һәм Салауат ҡалаһында ике – барлығы ете атмосфера һауаһына контроллек итеү буйынса автоматлаштырылған станция барлыҡҡа киләсәк, - тип белдерҙе министр.
Сығанаҡ: Молодежная газета
Читайте нас: