Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районында булды. Төбәктә “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, социаль һәм спорт объекттарын ҡараны, йәмәғәт биләмәләре төҙөлөшө барышы менән танышты.
Февралдә капиталь ремонттан һуң Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге асылғайны. 1951 йылда һалынған иҫке бина күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй ине. 2018 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбиров барғас, эштәр алға китте. Төбәк етәксеһе табиптар, йәш әсәләр менән аралашҡанда ике йылдан Ишембайҙа яңыртылған бала табыу йортон сафҡа индерергә вәғәҙә иткәйне.
Ул һүҙендә торҙо. Бер йыл эсендә төҙөүселәр ишек, тәҙрәләрҙе, инженерлыҡ системаларын алмаштырҙы, фасадты, бүлмәләрҙе, ҡоймаларҙы төҙөкләндерҙе.
Бала табыу бүлеге мөдире Жанна Салишева әйтеүенсә, бина асылғандан алып өс ай эсендә бында 120 сабый тыуған.
Республика Башлығы дауахана етәкселеге менән кадрҙар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Баш табип Валерий Шапочкин үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына, дефибрилляторҙарға ихтыяж булыуын белдерҙе. Радий Хәбиров бала табыу бүлеген тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итергә ҡушты һәм районға муниципаль-ара перинаталь үҙәк кәрәк, тип билдәләне.
– 2003 йылда уҡ ишембайҙар яңы бала табыу йорто төҙөүҙе үтенгәйне. Беҙ ҡарар ҡабул иттек һәм Ишембайҙа бала табыу йортон ғына түгел, ә муниципаль-ара перинаталь үҙәкте проектланыҡ, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. – Төҙөлөшкә ике йыл китәсәк, әлегә иҫке бала табыу йортон тәртипкә килтереп торҙоҡ. Ҡәҙерле республика халҡы, ғаилә ҡороғоҙ һәм ҡурҡмайынса бала табығыҙ!