Башҡортостанда күренекле йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйҙәр.
Фәриҙә Ҡудашева (1920-2010) ҡабатланмаҫ тауышы, хисле, йөрәккә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығы менән популярлыҡ һәм меңдәрсә тамашасының һөйөүен яуланы. Ике республика – Башҡортостан һәм Татарстан, башҡа төбәктәр халҡы уның башҡарыуында йөҙләгән башҡорт, татар халыҡ һәм автор йырҙарын тыңларға яратты. Өфө урамдарының береһе, шулай уҡ башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале йырсының исемен йөрөтә, Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.