-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 00:15

"ХХI быуат ҡалаһына әүерелеү өсөн ҙур мөмкинлек"

2019 йылда Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанды яңыртыу проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне.

2019 йылда Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанды яңыртыу проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне.
Атап әйткәндә, ул майҙанда концерттар өсөн амфитеатр һәм нефтте сағылдырған фонтан асыуҙы күҙаллай. Ә ҡала символы – барыһына ла билдәле “вышка-әбей” – балалар майҙансығының төп элементы буласаҡ. Эштең дөйөм хаҡы – 119 млн. һум, шуның 85 млн.һумы – федераль грант аҡсаһы.
Радий Хәбиров майҙанды реконструкциялау барышы менән танышты.
"Быйыл конкурста йәнә ҡатнашабыҙ, 11 ғариза бирәбеҙ. Ошо рәүешле әкренләп бәләкәй ҡалаларҙағы скверҙарҙы, парктарҙы, йәмәғәт киңлектәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ. Был – уларға ХХI быуат ҡалаһына әүерелеү өсөн ҙур мөмкинлек", – тине республика Башлығы.
Фото: glavarb.ru