Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙан 6 июнгә күсерелде. Был турала яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткәйне.
6 июндә ҡала һәм райондың барлыҡ зыяраттарында ла өмәләр ойоштороласаҡ. Сүп-сарҙы сығарыу өсөн “Йылылыҡ селтәрҙәре”, “Белорет рессора һәм пружиналар заводы” йәмғиәттәре, “Белоре үҙәк баҙары”, “Водоканал”, “Белорет ҡала электр селтәрҙәре” предприятиелары, Белорет юл төһөү-ремонтлау идаралығы техника бүлә. Өмәләргә муниципаль район хакимиәте, һалым инспекцияһы, Пенсия фонды вәкилдәре, ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары йәлеп ителәсәк. Хоҡуҡ һаҡлау һәм мецина хеҙмәттәре дежур итеүҙе ойошторасаҡ.
6 июндә Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм ҡәҙер-хѳрмәт күрһәтеү кѳнѳ үткәрелеүгә бәйле, Белорет ҡалаһында ошо кѳндә түбәндәге маршрут буйынса автобус хәрәкәте ойошторола: Башня - яңы мосолман зыяраты - башня. Башнянан ҡуҙғалыу ваҡыты - 6 июндә сәғәт 10-да, 12-лә, 2-лә, 4-тә. Ҡала яғына автобустың тулыуына ҡарап ҡуҙғала. Бер яҡҡа билет хаҡы - 35 һум.
Иҫкә алыу һәм ҡәҙер-хѳрмәт күрһәтеү кѳнѳ иртәнге 9 сәғәттә рәсми асыласаҡ.