Илебеҙҙәге мөһим ваҡиға – Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреүгә һанаулы көндәр ҡалды. COVID пандемияһына бәйле, тауыш биреү тәртибе лә үҙгәрәсәк.
Был уңайҙан Өфө дәүләт нефть-техник университеты доценты, философия фәндәре кандидаты Михаил Бреслер үҙ фекерен белдерҙе:
“Бөгөнгө көндә формалашҡан һанлы йәмғиәт күп ваҡиғаларҙы, шул йәһәттән мөһим тауыш биреү сараларын да онлайн рәүешле үткәрергә мөмкинлек бирә. Күптәр “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтына теркәлгән, улар өйҙән сыҡмайынса үҙ тауыштары менән ил яҙмышын хәл итеү мөмкинлегенә эйә, ә махсус тәғәйенләнгән урынға барып тауыш бирергә теләүселәр өсөн бар яҡлап та хәүефһеҙлек булдырыласаҡ.
Һаҡланыу сараларын еренә еткереп үтәгәндә, ныҡлы әҙерләнгәндә бар талаптарға тоғро ҡалып, граждандарҙың Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә үҙ позицияларын белдереү өсөн ҡулайлы шарттар буласаҡ, тип уйлайым”.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: sobkor02.ru