Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был аҙнала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын йомшартыу һәм иҡтисадтың башҡа өлкәләрен асыу көтөлмәй.
«Беҙ вахтасыларҙың иркен йөрөүе сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артыуын теркәй башланыҡ», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда йәшәүселәр «үҙ һаулығына вайымһыҙ ҡарай», сөнки, уның күҙәтеүҙәре буйынса, Өфө парктарында һәм скверҙарында ҡала халҡының 10% ғына битлек кейә. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренән ошо йүнәлештә эште көсәйтеүҙәрен һораны.