8 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара һөнәри байрам – Социаль хеҙмәткәр көнө уңайынан ойошторолдо.
«Һуңғы аҙналарҙа табиптар ҙа, ирекмәндәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә кешеләрҙең һаулығын һаҡлау өсөн көрәштең алғы сафында, – тине республика етәксеһе. – Әле беҙ кисергән хәл һәм шарттар айырым көс һәм ресурстар талап итә. Һеҙгә тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлашып эшләй алғанығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм».
Республика башлығы социаль хеҙмәткәрҙәргә һөнәрҙәренә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм еңел булмаған, ләкин ныҡ кәрәкле эштәрендә уңыштар теләне.
Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталары менән Белорет ҡалаһының «Ғаилә» Көнсығыш район-ара үҙәге төп инспекторы Светлана Николаевна Максимова һәм социаль педагогы Татьяна Николаевна Миронова бүләкләнде.
Яҡташтарыбыҙҙы наградалары менән ҡотлайбыҙ!