Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 15:25

"Тауыш биреүҙең һөҙөмтәһе һәр кемебеҙгә бәйле"

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөндә һәр кем ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөндә һәр кем ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Был һәр кемдең бурысы. Һайлаусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Валех Аббасов тап ошондай фекерҙә.
Тауыш биреү хоҡуғының донъя тарихы шуны күрһәтә: халыҡ килеп тауыш бирә икән, үҙе теләгән кеше һайлана. «Украинаны ғына алып ҡарағыҙ. Улар Владимир Зеленскийҙы нисек һайланы? Әрмәнстанда Пашинян нисек үтте? Уларҙы халыҡ үҙе һайланы, сөнки кешеләрҙең күпселеге һайлауға барҙы. Риза түгелһегеҙ икән, килегеҙ ҙә ҡаршы тауыш бирегеҙ. Барыһы ла граждандарҙан тора. Әйҙәгеҙ, барайыҡ та һайлайыҡ!», - тине төбәк бүлексәһе рәйесе.
Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 июлде Конституцияға төҙәлмәләр индереү буйынса Берҙәм тауыш биреү көнө тип билдәләгәйне. Тауыш биреү коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн Роспотребнадзор ҡушҡан барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп үтәсәк.
Фото: twitter.com
Читайте нас: