Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 13:45

Артығын түләп торғандар

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш эштәрен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты тарафынан йылылыҡ өсөн түләү системаһының эшмәкәрлеген тикшереү маҡсатында пландан тыш рейд ойошторолдо.

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш эштәрен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты тарафынан йылылыҡ өсөн түләү системаһының эшмәкәрлеген тикшереү маҡсатында пландан тыш рейд ойошторолдо.
Уларға Өфө ҡалаһының Жәлил Кейекбаев урамындағы 13-сө йортта йәшәүселәр, йылытыу өсөн түләү хаҡы юғары, тип ялыу менән мөрәжәғәт итә.
Тикшереү һөҙөмтәһендә “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе киренән һанап, 1359189,2 һум сумманың артыҡ түләнгәнлеге асыҡлана, сығымдар йорт хужаларына кире ҡайтарыла.
Фото: stolicaonego.ru
Читайте нас: