Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 3 375 һумдан 6 752 һумға тиклем арттырыла. Рәсәй президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 майҙа президент бала тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырырға тәҡдим иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ошондай пособие ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр.
Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның максималь күләме арта. 6000-дән 13 504 һумға тиклем. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
фото: ru.depositphotos.com