-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 12:10

Башҡорт телен популярлаштырыу проекттары менән таныштыралар

18 июндә киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторола, уның барышында башҡорт телен популярлаштырыу проекттары тәҡдим ителә.

18 июндә киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторола, уның барышында башҡорт телен популярлаштырыу проекттары тәҡдим ителә.
Сара оффлайн һәм онлай уҙғарыла: коронавирус пандемияһы шарттарында бөтәһен дә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары һәм әҙерләүселәре туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудитория өсөн БСТ телеканалы эфирында һәм социаль селтәрҙә тура трансляция ойошторола.
Ҡатнашыусыларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр һәм мобиль ҡушымталар, «Бәйләнештә» һәм iTunes медиаплеерында беренсе башҡорт подкастары, «Аҫылташ» әүҙем үҫешкән йәштәр бренды тураһында һөйләйҙәр.
Ойоштороусыһы – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Махсус ҡунаҡ – ZAINETDIN.
Башинформ.