Башҡортостандың баш ҡалаһы «Евразия йөрәгенән ҡараш» концепцияһы сиктәрендә урбанистарҙың халыҡ-ара форумын ҡабул итә.
Республика башлығы Радий Хәбиров сараның июнь аҙағында уҙасағын белдерҙе.
«Беҙгә билдәле урбанист Сергей Капков мөрәжәғәт итте һәм тәжрибә менән уртаҡлашыуыбыҙҙы, йәмәғәт киңлектәрен, скверҙарҙы, парктарҙы ойоштороуҙы күрһәтеүебеҙҙе һораны», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә халыҡ-ара форумға тиклем «Имәндәр» скверын һәм «Торналар» фонтанын файҙаланыуға тапшырырға ҡушты. Алдан хәбәр ителгәнсә, яңы яһалма объект июль башында асылырға тейеш ине.