Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 14:55

"Өлкәндәр араһында сирләүселәрҙең артыуына борсолам"

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән онлайн-осрашыу үткәрҙе.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән онлайн-осрашыу үткәрҙе.
Әңгәмәлә республика етәксеһе коронавирус менән сирләүселәр араһында өлкәндәрҙең артыуына борсолоуын белдерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостанда 70 йәште уҙған 300-ҙән ашыу кешелә COVID-19 вирусы табылған. Оло быуын вәкилдәре сирҙе ауыр үткәрә. Дауаханаларҙа әле яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған 44 ауырыуҙың күбеһе – ололар.
Радий Фәрит улы коронавирус йоҡтороу ҡурҡынысы кәмегәнсе пенсионерҙарҙы үҙизоляция режимын күҙәтергә, һаҡлыҡ сараларын үтәргә саҡырҙы, тағы ла ике-өс аҙна сабыр итеүҙәрен һораны.
Хәбиров шулай уҡ ирекмәндәрҙең мохтаждарға булышлыҡ итеүе туҡтатылмауын әйтеп үтте. Республикала 110 меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратылған. Ирекмәндәр шылтыратыусыларҙың барыһына ла ярҙамға килергә әҙер. Тик өлкәндәрҙең дә, үҙ сиратында яуаплылыҡ алып, коронавирус менән сирләү хәүефен кәметеүе мөһим. Республика Башлығы уларҙың йәмәғәт транспортынан файҙаланмаҫҡа тырышыуын, халыҡ күп урындарҙа йөрөмәүен үтенде.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ “һуғыш балаларына” ярҙам итеү, өлкәндәрҙең ялын ойоштороу, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары һәм ветерандары хаҡындағы иҫтәлекте һаҡлау, Өлкәндәр өсөн халыҡ университеттары программаларын артабан үҫтереү тураһында ла һүҙ алып барҙы.
Читайте нас: