Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 14:45

Рәсәй көнөнә арналған байрам виртуаль концерты

12 июндә 12.30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостан халҡы өсөн “Рәсәй йырҙары” байрам концерты үтә. Республика Хөкүмәте һәм легендар Турецкий хорынан махсус бүләк!

12 июндә 12.30 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостан халҡы өсөн “Рәсәй йырҙары” байрам концерты үтә. Республика Хөкүмәте һәм легендар Турецкий хорынан махсус бүләк!
Программала бер нисә быуындың яратып тыңлаған йырҙары яңғыраясаҡ.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Турецкий: “Беҙҙең ҡәҙерле һәм яратҡан ҡояшлы Башҡортостан Республикаһы! Беҙ һеҙҙе юҡһынабыҙ. Әлегә республикаға килергә мөмкинлек юҡ, шуға ла виртуаль осрашасаҡбыҙ. Рәсәй йырҙары – күп милләтле илебеҙҙең күңел хистәре. Был көндә бергә булыуыбыҙға бик шатмын!”
Концерттың махсус ҡунағы - SOPRANO ҡатын-ҡыҙҙар арт-төркөмө. Төркөм йырсыһы башҡорт телендә лә йыр башҡарасаҡ.
Читайте нас: