1 июль — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә эшләгән өсөн рәсәйҙәр арттырылған түләү ала.
Был хаҡта шаршамбы Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты башлығы Инна Святенко белдерҙе.
«Тауыш биреү көнөндә эшләгән өсөн арттырылған күләмдә түләү ҡаралған. Ял һәм байрам көндәрендә түләү тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы менән көйләнә, түләү үҙенсәлектәре хеҙмәткәрҙәр өсөн ниндәй түләү системаһы билдәләнеүгә бәйле», — тип Святенконың һүҙҙәрен килтерә ТАСС. Хеҙмәт кодексы буйынса, ял йәки байрам көндәрендә эшләгән өсөн хеҙмәткәргә икеләтә эш хаҡы иҫәпләнә.
Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә эшләмәгән граждандар ҙа хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡала, тип өҫтәне ул.