Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 18:05

Йыландар күбәйгән

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ауыл халҡынан һәм баҡса тотоусыларҙан уларҙың участкаларына йыландар килеү тураһында шылтыратыуҙар йышайған. Был хаҡта ведомство матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Төбәк Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау бүлеге башлығы урынбаҫары Глеб Егоров: "Йылан, һеҙ уны тоторға тырышһағыҙ, сағасаҡ, уны урап үтеп, иғтибарын йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Йыландар кешенән ҡурҡмай, шулай ҙа беренсе булып үҙҙәре һөжүм итмәй", - ти. Йылан саҡҡан осраҡта жгут һалырға, ағыуҙы ауыҙ менән һурып сығарырға ярамай. Яраны һабынлап йылы һыу менән йыуырға, ауыр-тыуҙы баҫа торған дарыу эсергә һәм яҡындағы медицина учреждениеһына мө-рәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: