Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе, 15 июндә, оператив кәңәшмә барышында йәмәғәт урындарында бирсәткәһеҙ йөрөргә рөхсәт итте.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, эҫе көндә бирсәткә менән йөрөүе ҡыйын, бөтә ерҙә лә ҡулдарҙы таҙартыу өсөн санитайзерҙар барлығын иҫәпкә алып, уларҙы кейеүҙе туҡтатырға кәрәк.
Йәмәғәт урындарында битлек режимы һаҡлана.