Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 14:55

Өфө табиптары covid-сирлеләрҙе дауалау өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды

Өфөнән 17 табиптан торған бригада медиктарға коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды. Был хаҡта Ҡарасәй-Черкес мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.

«Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшит Темрезовтың Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға мөрәжәғәте буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетынан 17 юғары профессиональ табип Ҡарасәй-Черкес Республикаһына ебәрелде.
Өфө табиптары республика госпиталдәрендә дүшәмбе, 15 июндән, эш башлай.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың республикаға медиктар өсөн ҙур партия шәхси һаҡланыу саралары һәм дезинфекция препараттары оҙатыуы тураһында хәбәр ителә.
Ҡарасәй-Черкес Республикаһында изоляция режимы 15 июнгә тиклем оҙайтылды. Битлек режимын үтәү һәм социаль дистанция һаҡлау мотлаҡ.
Республикала ауырыу йоҡтороуҙың 2 156 осрағы теркәлгән, 584 кеше һауыҡҡан, ун кеше вафат булған.
"Башинформ".
Читайте нас: